1 июнь халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған “Һабантуй” милли байрамы үтте. Байрамды әҙерләп үткәреүселәр(тәрбиәселәр:Ташбулатова Ә.Ә., Хасанова Ә.Ш., Ирғәлина Г.Ә. һәм музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Г.Р.) төрлө халыҡ уйындары,ярыштар,дәртле йырҙар,шат бейеүҙәр ойошторҙо. Килгән ҡунаҡтарға һәм кескәйҙәргә милли байрам хуш килде.