Вторник, 12.08.2025, 21:34
Официальный сайт музыкального руководителя д/с "Акбузат"       Кунакбаевой Гульназиры Робертовны
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 2521
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Учительские праздники
Главная » 2021 » Май » 2 » Еңеү көнө
08:57
Еңеү көнө

Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә.
Тик Еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә,
Уны яулап ҡаһармандар
Көрәште бергә.
Бала үҫтереү үҙәге - "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында музыка эшмәкәрлеге буйынса Еңеү көнөнә арналған тематик дәрестәр, күңел асыу саралары үтте.Тәрбиәләнеүселәр байрамда төрлө йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр, дәртле бейеүҙәр бейенеләр, уйындар уйнанылар.Тылсымлы экран ярҙамында төрлө Герой ҡалаларҙы, һәйкәлдәрҙе, обелискаларҙы өйрәнделәр. "Еңеү көнө" - тип исемләнгән видеояҙма ҡаранылар.
9 Май – Еңеү көнө.Был дата бөйөк батырлыҡ һәм ватансылыҡ, ҙур ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны ҡанлы фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарыбыҙ батырлыҡтары өсөн шатлыҡ һәм ғорурлыҡ символына әүерелеп, календарҙа ғына түгел, кешеләр күңелендә лә мәңге һаҡлана.

Просмотров: 200 | Добавил: cynacbaevagylnazira | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Май 2021  »
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31
Архив записей
Друзья сайта
Праздники России