Бала үҫтереү үҙәге Аҡбуҙат балалар баҡсаһының Ҡыңғырау төркөмө ( тәрбиәсе Ташбулатова Ә.Ә, музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Г.Р.) тәрбиәләнеүселәре менән берлектә Башҡортостан республикаһының суверенитет алған көнөнә арналған "Минең Ватаным- кәрәҙ тамырым" күңел асыу сараһы үткәрелде. Сара барышында балалар Башҡортостанды данлап йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр,дәртле бейеүҙәр бейенеләр, күңелле уйындар уйнап ял иттеләр, тыуған илебеҙ тураһында белемдәрен арттырҙылар.
|