Яңы йыл ҡотло булһын!!!
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында балаларҙың яратып, түҙемһеҙләнеп көткән Яңы йыл иртәлектәре үтеп китте. Әлбиттә, Яңы йыл байрамына балалар алдан әҙерләнделәр. Ҡыш бабай өсөн йырҙар, бейеүҙәр әҙерләнеләр, шиғырҙар ятланылар. Балаларҙың яратып ҡараған йәнһүрәтенән әкиәт геройҙары Фиксики, Мәскәй әбей, Ҡар бабай, Ҡар батшабикәһе, Ҡуян, Төлкө, Пират һ.б. байрамға килеп үҙҙәренең ҡыҙыҡлы уйындары, һынауҙары менән кескәйҙәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Әкиәт геройҙары булып балалар баҡсаһының талантлы, шаян хеҙмәткәрҙәребеҙ уйнаны. Балалар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары менән төрлө уйындарҙа бик ҙур теләк менән уйнанылар. Ҡыш бабайҙың тәмле күстәнәстәре менән һыйландылар.
|