Понедельник, 20.05.2024, 10:33
Официальный сайт музыкального руководителя д/с "Акбузат"       Кунакбаевой Гульназиры Робертовны
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 2521
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Учительские праздники
Главная » 2023 » Январь » 20 » Шайморатов Генерал!
15:12
Шайморатов Генерал!

Ҡарашыңда, йөрәгеңдә бөгөн

Яҡташтарҙың яҡты ер уйы

Мәңгелеккә ат өҫтөндә ҡайтты

Халҡыбыҙҙың халыҡ геройы.

Ысынлап та, илебеҙ абруйын, данын күтәргән, уны яҡлар, ҡурсалар өсөн йәнен дә аямаған шәхестәребеҙҙең береһе – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен халыҡ бер ваҡытта ла онотмай. “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре “Батыр рухы - үлемһеҙ” – икәнлеген һис кенә лә онотмайҙар. Һүҙ сәнғәтен генә алып ҡарағанда ла, арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында йырҙар ижад ителде, легендалар тыуҙы, романдар, повестар, поэмалар, драмалар, публицистик яҙмалар, очерктар яҙылды, сәхнәләрҙә уның трагик образы, көслө рухы сағылдырылды.

Ошо маҡсат менән педагогтар (Ташбулатова Ә.Ә.,Хасанова Ә.Ш.,Ҡунаҡбаева Г.Р.) Миңлеғәле Минһажетдин улы иҫтәлегенә арналған сара үткәрҙеләр. Балалар сарала йырлап – бейеп, уйындар уйнап ҡына ҡалманылар, тылсымлы экрандан һүрәттәр ҡаранылар.Баш ҡалабыҙ Өфөлә урынлашҡан һәйкәл менән виртуаль таныштылар.

Просмотров: 22 | Добавил: Алия | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Январь 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Друзья сайта
Праздники России