Понедельник, 20.05.2024, 09:16
Официальный сайт музыкального руководителя д/с "Акбузат"       Кунакбаевой Гульназиры Робертовны
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 2521
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Учительские праздники
Главная » Архив материалов

Республика кимәлендә "Башҡорт йылы" на арнап үткәрелгән "Моңло балалар баҡсаһы" флешмобында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнашты.Афарин бәләкәстәр!

Прикрепления: Картинка 1
Просмотров: 102 | Добавил: cynacbaevagylnazira | Дата: 17.12.2020 | Комментарии (0)

Бала үҫтереү үҙәге Аҡбуҙат балалар баҡсаһының Ҡыңғырау төркөмө ( тәрбиәсе Ташбулатова Ә.Ә, музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Г.Р.) тәрбиәләнеүселәре менән берлектә Башҡортостан республикаһының суверенитет алған көнөнә арналған "Минең Ватаным- кәрәҙ тамырым" күңел асыу сараһы үткәрелде. Сара барышында балалар Башҡортостанды данлап йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр,дәртле бейеүҙәр бейенеләр, күңелле уйындар уйнап ял иттеләр, тыуған илебеҙ тураһында белемдәрен арттырҙылар.

Просмотров: 119 | Добавил: cynacbaevagylnazira | Дата: 08.11.2020 | Комментарии (0)

Башҡортостандың суверенитет алған көнөнә арнап “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының “Толпар” төркөмө (тәрбиәсе Ҡоломбәтова Ф.Ш., музыкаль етәксе Ҡунаҡбаева Г.Р.) тәрбиәләнеүселәре менән берлектә “Сәскә ат, Башҡортостан!” тип исемләнгән сара үткәрелде. Сара барышында балалар тыуған илебеҙ Башҡортостан, ҡалабыҙ Сибай тураһында белемдәрен нығыттылар. Темаға ҡағылышлы күңелле йырҙар йырлар , дәртле бейеүҙәр бейенеп һәм ҡыҙыҡлы уйындар уйнап күңел астылар.

Просмотров: 105 | Добавил: cynacbaevagylnazira | Дата: 08.11.2020 | Комментарии (0)

3.11 - 8.11.2020 бөтә Рәсәй буйынса этнографик диктант яҙыу көндәре үтте. Ул онлайн - тест форматында уҙҙы. Ошо диктантта  мин дә үҙемде һынап ҡарарға булдым, һәм инде сертификат менән бүләкләндем!

Прикрепления: Картинка 1
Просмотров: 97 | Добавил: cynacbaevagylnazira | Дата: 08.11.2020 | Комментарии (0)

Балаларҙың Тыуған ил тураһындағы белемдәрен арттырыу маҡсаты менән Рәсәй көнөнә арналған сара үткәрелде.

Просмотров: 140 | Добавил: cynacbaevagylnazira | Дата: 08.11.2020 | Комментарии (0)

Юлда йөрөһәң, бул өлгөр!
Юл ҡағиҙәләрен ныҡ бел!
Светофорҙың һәр бер төҫөн,
Юлдың билдәләрен бел!
Ошо көндәрҙә “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында “Юл билдәләре һәм ҡағиҙәләре иленә сәйәхәт” тип исемләнгән сара үткәрелде. Был сарала тәрбиәселәр (Ҡоломбәтова Ф.Ш., Сабитова Э.М. һәм музыка етәксеһе ҠунаҡбаеваГ.Р.) төрлө уйындар аша балаларҙың иғтибарын үҫтерҙеләр, шулай уҡ урамда, юлда һәм транспортта үҙен дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен нығыттылар. Балалар алған белемдәрен урамда, юлда йөрөгәндә дөрөҫ итеп ҡулланырҙар тип ышанып ҡалабыҙ.

Просмотров: 138 | Добавил: cynacbaevagylnazira | Дата: 05.10.2020 | Комментарии (0)

Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы Сибай ҡала хәкимиәте башлығы Р.А.Афзалов мине һәм коллегаларымды маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Прикрепления: Картинка 1 ·Картинка 2
Просмотров: 137 | Добавил: cynacbaevagylnazira | Дата: 27.09.2020 | Комментарии (0)

Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.

Ошо уңайҙан “Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек “Толпар” төркө Милли кейем көнөндә ҙур теләк менән ҡатнашты . Балаларҙы милли кейемдәр менән таныштырыу, халҡыбыҙҙың милли сәнғәтенә, уның тарихына хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында “Милли кейем – халыҡтың сағылышы” (музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Г.Р. һәм тәрбиәсе Кулембетова Ф.Ш.) тип исемләнгән музыкаль ойоштороу эшмәкәрлеге үткәрелде. Балалар башҡорт халҡының милли кейемдәре, биҙәүестәре менән таныштылар, уйындар уйнап, йырлап бейеп күңел астылар.

Просмотров: 93 | Добавил: cynacbaevagylnazira | Дата: 17.09.2020 | Комментарии (0)

Йәй миҙгеленең йәмле, емешкә бай, ҡояш нурҙарына күмелгән бер көнөндә иң изге байрамдарҙың береһе – Ғаилә көнө билдәләнә. Бала үҫтереү үҙәге - “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында был көн оло байрам булып үтте. Тәрбиәләнеүселәр үҙҙәренең ғаиләһе тураһында төрлө һүрәттәр төшөрҙөләр, ғаилә ҡиммәттәре, бөгөнгө заман һәм тәрбиә үҙенсәлектәре тураһында әңгәмәләшеп алдылар. Музыка етәксеһе (Ҡунаҡбаева Г.Р.) , тәрбиәсе (Сабитова Э.М.) кескәйҙәр менән берлектә “Матур ғаилә – ил ҡото” тип исемләнгән күңел асыу сараһы ойошторҙолар. Күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр байрамға йәм өҫтәһә, ә инде ҡыҙыҡлы һәм фәһемле уйындар күңелдәрҙе күтәрҙе.
Ғаилә - бала өсөн тәүге мәктәп, ул унда беренсе һабаҡтарын ала, донъяны, кешеләрҙе, милләтен яратырға өйрәнә. Шундай зирәк, аҡыллы, уңған, һау – сәләмәт балалар тәрбиәләгән атай & ... Читать дальше »

Просмотров: 155 | Добавил: cynacbaevagylnazira | Дата: 10.06.2020 | Комментарии (0)

Һеҙҙең барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайым! Был әһәмиәтле көн республика халҡы араһында киң танылыу алды һәм ул йөрәктәрҙә лайыҡлы урын биләй. Республика көнө тыуған яғыбыҙҙың уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары, киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Унда халҡыбыҙҙың рухи мираҫы һәм традицияларына тәрән ихтирам, тыуған республикабыҙға һәм уның һоҡланғыс кешеләренә һөйөү сағыла. Матур байрам көнөндә барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, бәхет һәм һәр изге эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Просмотров: 372 | Добавил: Алия | Дата: 10.10.2017 | Комментарии (0)

« 1 2 3 4 5 »
Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Друзья сайта
Праздники России